Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтәмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һүнгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.

Һин ташлаған бер ус дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла –

Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:
Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас.