Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай,
Яңғыҙлыҡтар ят уға.
Һәр саҡ уның һаҡсыһы бар –
Көтөп тора ҡайтыуға.
Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай,
Яңғыҙлыҡты аңламай:
Һоҡландырып йәшәгәндә,
Һәр бер айы уның – май!
Тик шуныһы бар донъяла:
Һәр ни үтеп китә шул.
Матурҙы ла, тоғро булып,
Тик ҡартлығы көтә шул...