Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым,
Йәнем китер осоп күктәргә.
Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр,
Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә.
Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта,
Мин күк инем, күккә баҡҡанда,
Мин ут инем, дөрләп ут янғанда,
Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда.
Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,
Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе!
Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,
Бөтәһенән нисек китәһе?..