Мин бер тауыш була алһам ине

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мин бер тауыш була алһам ине,
Була алһам ине хуш еҫе,
Сәсән бер тел була алһам ине,
Була алһам ине ер төҫө, –
Һеҙ, бармай ҙа, күрер инегеҙ
Бөтә күркен башҡорт иленең,
Бар байлығын халҡым күңеленең,
Бар хикмәтен әсәм теленең.
Күрер, белер, тойор инегеҙ һеҙ
Бөйөклөгөн кескәй халҡымдың.
Әле, дуҫтар, һеҙҙең алдығыҙҙа
Шуны әйтер өсөн ҡалҡындым...