Минең күңелем яҙғы урман булһа
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Минең күңелем яҙғы урман булһа,
Һин ундағы яңғыҙ ҡоралай.
Аҡландағы сабый сәскәләрен
Тояҡтарың ғына яралай.
Яралаһын, әйҙә! Иркен йөрө.
Яралар ул таңға уңалыр.
Йомшаҡ булһын бары тояғыңа,
Ҡышын бит ул өшөй, туңалыр.
Бар яҙымды, бар наҙымды бирәм,
Бар шауымды бирәм үҙеңә.
Берүк ҡош-ҡорт ҡына тап булмаһын,
Шом һалмаһын һинең күҙеңә!