ҠАРЛУҒАС
Ҡарлуғасҡай, сабый хыялыма
Индең дә һин Туҡай йырылай,
Бикбай «Ҡарлуғас»ы булып остоң...
Һине һығынып инде ир илай.
Хәтеремдә тәүге тамашалар,
Хәтеремдә тәүге күҙ йәшем.
Балалыҡта осҡан ҡарлуғастың,
Шатмораттың тапмам тиңдәшен.
Аҫылынып клуб тәҙрәһенә,
Ҡарлуғастың йырын тыңлауға
Инде хәҙер күпме йылдар уҙған! –
Әле булһа ул йыр сыңлауға
Мин һиҫкәнеп китәм...
Күҙ алдыма
Килеп баҫа тәүге «әртистәр».
Ауыл буйлап улар йыр һуҙғанда,
Йөрәкһенер инем һәр кистә...
Тик ул йылды ысын яу башланды,
Ысын яуға китте Шатморат.
Ә Ҡарлуғас, уны көтә-көтә,
Һабан һөрҙө, егеп шағыр ат.
Ураҡ урҙы, урман киҫте ҡышын,
Ҡарлуғастай осоп йөрөнө.
Һағыштарын баҫыр өсөн әллә
Эшкә бирҙе йәнен – ир ине!..
Юҡ, үҙенә хәнйәр ҡаҙаманы,
Баҙаманы ғәйбәт теленән.
Сәстәренә ҡырау төшһә төштө,
Төшөртмәне йәшлек гөлөнә.
Иламаны, ҡара хәбәр килгәс,
Һаман көттө уҙаҡ әртисен.
Тик аттарын эсергәндә генә
Йәшлек йырын һуҙҙы һәр кисен...
Хәтеремдә бары: һуғыштан һуң,
Йәш Шатморат сыҡҡас сәхнәгә,
Яулыҡ осо менән күҙен ҡаплап,
Сығып китте залдан сәхрәгә...
Барғандыр ул унда ҡушҡайынға,
Йырлағандыр зарын туйғансы.
Тик менмәне бүтән ул сәхнәгә,
Яу йөгөнән донъя ҡуйғансы...
Тормош сәхнә түгел. Ә шулай ҙа
Бик күп тарих һыя сәхнәгә.
Ҡарлуғастың һаман йыры килә,
Сыҡһам әгәр, ҡайтып, сәхрәгә.
Ҡарлуғасҡай, сабый хыялыма
Индең дә һин Туҡай йырылай,
Бикбай Ҡарлуғасы булып остоң,
Һине һағынып инде ир илай.