Күпме ышанып мин
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Күпме ышанып мин,
Күпме алдандым!..
Өҙөлгән өмөттәр
Тағы ялғанды.
Дуҫым тип йөрөгән
Булды дошманым.
Тик яңғыҙ ҡалырға
Яҙмыш ҡушманы.
Һөйөү ул юҡ, тинем,
Бар тик ир тәне.
Ә мөхәббәт мине
Утта үртәне...
Үҙемдән ҡасырға
Бер мәл тырыштым,
Тик тере зиһене
Еңде тормоштоң!..