Ҡош юлынан яуған йондоҙҙарҙы

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ҡош юлынан яуған йондоҙҙарҙы
Сылтыр-сылтыр сайҡап аҡты һыу.
Ай ҙа сүмес Етегәне менән
Һирпей ергә һыуҙай яҡтыһын.

Ялҡынланып ярҙа усаҡ яна,
Ниҙер көйләй ялҡын телдәре...
Ә мин һиңә киләсәкте һөйләп,
Үҫтерәмен хыял гөлдәрен.

— Йүләрем һин! – тиһең йомшаҡ ҡына,
Ҡулдарыңа ҡыҫып ҡулымды...
Ә ай нуры көмөш тараҡ менән
Тарай һинең ебәк толомдо...