КӨҘГӨ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ингән саҡта иртән мин бүлмәңә,
Моңһоу ҡарай инең көҙгөгә.
Йолҡа тарай инең толомоңдо,
Йәмһеҙ күрендеме йөҙгөнәң?
Керпегеңә һөрмә тартмаһаң да,
Яҡмаһаң да кершән йөҙөңә,
Һылыуҙарҙан-һылыу инең бит һин,
Ниңә ышандың һуң көҙгөңә?
Ҡараһаңсы шул саҡ күҙҙәремә,
Ҡарағансы шулай көҙгөнән:
Ҡабатланмаҫ бер мәлеңә һинең
Көҙгө булыр ине күҙгенәм!..