Ҡош телендәй генә хaт көткәйнем
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡош телендәй генә хaт көткәйнем,
Тик килмәне хатың, ҡәҙерлем.
Юҡ, үпкә лә һиңә һаҡламайым,
Күңелем дә түгел йәберле.
Ҡош телендәй хатың килмәһә лә,
Шишмә булып керҙең төшөмә,
Сылтыр-сылтыр көлгән алыҫ шишмә
Мине, имеш, аңлай, төшөнә...
Тик уянып китһәм, шишмәм тигән –
Күҙҙәремдән тамған йәш икән,
Айыҡ аҡыл менән өнгә баҡһам,
Сәсемдә – сал, ә һин йәш икән!..