КӨНБАҒЫШ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Көнбағыштар алтын табаҡтарын
Баҡса аша миңә һоналар.
Бер үрелеп ҡулым һуҙыу була,
Һабаҡтары шартлап һыналар.

Сырт-сырт итеп, шулай һанап барам
Шул табаҡтан йәйҙең һәр көнөн:
Ҡабыҡтарын алып ситкә атам,
Ҡалдырып тик көмөш бөртөгөн.

Үҙ баҡсамдай күргәс мин тормошто,
Йыймайым гел ҡайғы, моң-һағыш.
Йөҙөң ниңә көләс, тиһәң миңә,
Сәбәпсе тик быға көнбағыш!..