Яҙһағыҙ ҙа тәйән ат та ат тип
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Яҙһағыҙ ҙа тәйән ат та ат тип,
Ҡайҙа һеҙҙең менгән атығыҙ?
Аттан бигерәк шиғырығыҙ артыҡ,
Бөгөнгөгә, дуҫтар, ҡайтығыҙ.
Ат туғарып егә белмәҫ әҙәм
Ат хаҡында шиғыр яҙғанда,
Мин, нишләйем, тайҙар көтөүсеһе,
Аҡылымдан хатта яҙғандай.
Ат ҡараусы Таһир ағайымдан
Ҡалған миңә атты яратыу.
Һәр ат миңә Зөһрә булып ҡалған
Һәр бер бәйге – миңә ҡарғатуй.
Ҡарғатуйҙа булһын бисә-сәсә,
Ир-ат унда һуҙмаҫ муйынын.
Ат хаҡында яҙған һәр йырығыҙ
Хәтерләтә ҡыҙҙар уйынын.
Ир-ат булғас, ат бағығыҙ,
Йырығыҙҙан артһын атығыҙ.
Бөгөнгөгә ҡайтыу ауыр икән,
Һис юғында аңға ҡайтығыҙ!..