Осоп үттем һинең баш осоңдан
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Осоп үттем һинең баш осоңдан,
Осоп үттем, ә һин күрмәнең.
Күрмәһәң дә үҙең, бәғеремде
Һурып алдың, кире бирмәнең.
Нишләргә һуң миңә? Телем бармай,
Сихырсы, тип һине атарға.
Ҡайтарһаң, һин ҡайтар йөрәгемде,
Үҙеңдеке менән ҡатарлап.
Ниңә кәрәк инде һиңә минең
Яраланып бөткән йөрәгем?
Аһ, мин үҙем осоп төшөр инем,
Булһаң икән тотор терәгем!..