ОҠШАМАҪ ҺҮҘ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡомһоҙом, – ти, миңә шишмәм,
Ҡанатлым, – ти, миңә күк,
Егәрлем, – ти, миңә ерем,
Дошманым, – ти, миңә ек;
Серҙәшем, – ти, һандуғасым,
Иреклем, – ти, елгенәм,
Телһөйәр, – ти, туған телем,
Илһөйәр, – ти, илгенәм;
Яңғыҙым, – ти, миңә айым,
Хыялый, – ти, йондоҙҙар...
Бер һүҙҙе тик оҡшатмайым:
Ҡартһың шул, – ти, йәш ҡыҙҙар...