ЙОНДОҘҘАР
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Хушлашам да, буғай, йәшлек менән,
Утыҙҙарға инде етелгән!..
Йәшлегемдең көмөш йәшен эсер
Алтын сүмесеңдән, Етегән!
Йә Һаратың, йә Буҙатың менеп,
Сабайымсы, Тимер Ҡаҙығым.
Яҡты йондоҙ миңә юлдаш булһын,
Ай-ҡыйырсыҡ булһын аҙығым.
Сергетешле күн эйәрем булһын,
Йә ыңғырсаҡ булһын Алғырсаҡ,
Йә еләйем һыбай, йә егәйем, –
Үтеп бара алғыр, йылғыр саҡ.
Аҡҡош юлы буйлап уҙайымсы,
Булһа ла ул ҡыйын, бик оҙон.
Өлкәр һымаҡ өлкәнәйгәс, башҡа
Он иләр бит Иләк йондоҙом.
Табайымсы Сулпан йондоҙомдо,
Күк ҡапҡаһын минме ҡаҡмамын?
«Таң һарғайыу түгел, ҡояш сыҡһын,
Танһыҡтарым ҡанмай ҡайтмамын!»