ҮҘЕҢ АҢЛА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тынғыһыҙ һәм эшсән ғүмерем буйы
Иң яҡын дуҫ булһаң әгәр һин,
Һинең наҙлы йылылығың менән
Илһамланып эшкә торһам мин,
Икебеҙгә беҙҙең иң һөйөклө,
Бик ҡәҙерле матур бер бала;
Һиңә – әсәй, миңә – атай, тиһә,
Ниндәй шатлыҡ быға етә ала?
Был һүҙемде әле әйтәлманым,
Һаҡлаһам да тик бер үҙеңә.
Үҙ йөрәгең менән үҙең аңла,
Ҡара ла һин минең күҙемә.