Беләм: һине һөйөү – ул хыянат
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Беләм: һине һөйөү – ул хыянат,
Ул хыянат башҡа алдында,
Ул һыу төйөү суйын килеләрҙә,
Ул уттарға сумыу ялҡындан!..
Булһын! Күҙҙе йомамын да сумам,
Ярға атып айыҡ аҡылды.
Уйламайым ҡалай сығырҙы ла,
Осҡоноңа бирәм ялҡынды.
Тик уйлама был мауығыу тиеп,
Һөйөүендә, тиеп, уғ(ы)ры.
Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа,
Хыянатым ләкин тоғ(о)ро!..