Бәхетһеҙ итеп берәүҙе
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бәхетһеҙ итеп берәүҙе,
Бәхетле итһәм һине,
Ниндәй яҙмыш көткәнлеген,
Аһ, һылыу, белһәң ине!
Ниңә тормош ағасының
Мәңге әсе емеше? –
Бәхетһеҙ итеп берәүҙе,
Бәхетле булмай кеше!