ОС ҺИН, ҠОШСОҠ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ос һин, ҡошсоҡ, ос, иреклем,
Нишләһәң дә – мәйелең;
Теләһәң – ос, күккә ашып,
Теләһәң – ос, кәйелеп.
Ос һин, ҡошсоҡ, ос, иреклем,
Һин бит шағир илендә.
Тотҡон булма күңелемдә,
Күңелемдә – гөлөмдә.
Ос һин, ҡошсоҡ, ос, иреклем,
Гөлөмдө лә иҙеп кит.
Ләкин ниндәй утлы гөлдө
Иҙгәнеңде һиҙеп кит!..