ЫРҒЫҘ БУЙЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Зәлифәкәйгә

Ырғыҙ буйы – алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Алыҫтарҙан дала моңо
Алды быуып алҡымдан.

Ырғыҙ буйы – алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Әйтерһең дә, балсыҡ өйҙәр
Яратылған ялҡындан.

Ҡанса быуат Ырғыҙ шулай
Алыҫтарға алҡынған,
Ҡанса быуат бөркөттәре
Дала иңләп талпынған!..

Ир ҡыҙ булып алышҡан ул
Салауат яуҙарында,
Бүгәсәү тигән исеме
Һүнмәгән дауҙарында.

Ҡанса быуат Ырғыҙ шулай
Ялманғандыр ялҡындан, –
Заманалар әйткән уға:
Ҡылысыңды ал ҡындан!

Ҡылысҡайын асырғанып
Һурып алған ул ҡындан.
Батҡан дала данға ла ул,
Ҡанға ла ул алҡымдан.

Алты ауылға ҡалһа ла,
Алты ҡәлғәләй тора.
Ҡалғандары ғына моңһоу –
Башын сайҡап ултыра.

Моң-һағыштан салланғанмы
Ырғыҙ сәсе – ҡылғандар?
Ниңә улар моңайышып,
Һағайышып ҡалғандар?

Ҡайҙа беҙҙең Айбулаттар,
Ниңә тыумай Ниғмәти,
Ниңә китте һәҙиәләр,
Ҡайҙа беҙҙең Ғөбәй? – ти.

Ҡайтты «Ырғыҙ», ҡайтты ир ҡыҙ,
Ҡайғырмағыҙ, ҡылғандар.
Ниғмәтиҙәр тыумаһа ла,
Тыуыр илдә ҡалғандар!..

Ырғыҙ буйы – алты ауыл,
Алтыһы ла алтындан.
Алтын улар аҡ күңелле,
Ныҡ күңелле халҡымдан!