Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең,
Онотолһа ла әйткән һүҙҙәрең.
Ҡарап туймайым ул нурҙарға –
Әллә ниндәй ялҡын уларҙа!
Оҡшамаған ҡара төнгә лә,
Оҡшамаған зәңгәр күлгә лә, –
Һоро күҙҙәр!.. Шундай ябайҙар,
Улар шундай наҙлы ҡарайҙар.
Бала күҙҙәренең сафлығы,
Тормошомдоң бөтә шатлығы,
Ҙур ҡояштың барлыҡ яҡтыһы,
Уйҙарымдың иң-иң татлыһы –
Әйтерһең дә, һыйған уларға,
Миңә бик-бик иркен һуларға!
Онотолһа ла әйткән һүҙҙәрең,
Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең.