Үтелгәндәр, дуҫҡай, хата булған
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Диҡҡәткә
Үтелгәндәр, дуҫҡай, хата булған,
Ауыр аңлай кеше хатаһын.
Һуңлап килә бәхет!.. Тик үкенмә:
Бала аңлар ысын атаһын.
Ә баҙлауыҡ балҡып йондоҙ булмаҫ,
Ысын йондоҙ – ул тик Мәрйәмең.
Уртаҡлағыҙ бергә ғүмер юлын,
Был донъяның татып һәр йәмен.
Типһәк әле тимер өҙөр саҡ бит, –
Ҡотло булһын яңы юл башы.
Ижад, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт кенә
Өйөгөҙҙөң булһын юлдашы!