УЙҘАРЫМ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(Ҡобайыр)

Ярты төндә уянып,
Йоҡлап алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы –
Таралышҡан ҡуйҙарҙы –
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?

Далалағы ҡамғаҡтай,
Әкиәттәге йомғаҡтай,
Тотоп тыйып булмаҫтай,
Ташлап ҡуйып булмаҫтай,
Ағым мәллә уйҙарым,
Һағым мәллә уйҙарым?

Заманаһы – заманға,
Яҡшылығы – яманға,
Дөрөҫлөгө – ялғанға –
Барыһы бергә ялғанған!..
Ҡалай итеп һүтәйем
Был сыуалған йомғаҡты?
Ҡалай ҡыуып етәйем
Дауыл ҡыуған ҡамғаҡты?

Йөрәгемдең ҡағышы,
Йөрәгемдең һағышы –
Етмеш ете яу күргән,
Етмеш ете дау күргән
Халҡым ғына шул минең,
Ялҡынғынам шул минең!

Аҡҡан ғына ҡандары –
Иҙел түгел, даръя шул,
Сыҡҡан ғына дандары –
Иле түгел, донъя шул;
Ир күңелендә ил булһа,
Уйҙы тартҡан улъя шул!..

Бөгөнгөһөн уйлайым,
Иртәгәһен буйлайым,
Иртәгәһе – ишәккә, тип,
Ҡулым һелтәп ҡуймайым,
Ҡулын һелтәп ҡуйыр ирҙе
Ишәктер, тип уйлайым.

Ай, Уралым, Уралым –
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар,
Мең йыл йәйгән түлең бар,
Түл йәйҙергән телең бар,
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде туплар хаҡың бар!..

Һалып илдең оранын,
Ырғыҙ, Туғым, Сораным,
Ҡаҫмарт, Миәс, Һаҡмарым,
Ҡурған, Кама яҡтарым,
Хәлегеҙҙе һораным...
Тик яҡшыға юраным.

Ил яҙмышы ирҙә икән,
Ил иртәһен уйлаһын,
Ил иртәһе – ишәккә, тип,
Ҡулын һелтәп ҡуймаһын;
Ҡарҙың башын ҡар ашап,
Туҙҙырмаһын улъяһын!
Туйған ерҙә йөрөгән дә
Тыуған ерҙән туймаһын!

Айҡап сығам, байҡап сығам,
Иҙел, Урал буйҙарын,
Иҙел, Урал буйҙарын,
Ярты төндә уянһам да,
Ниҙе генә уйлаһам да, –
Илем, һиндә уйҙарым,
Иртәгәңдә уйҙарым!..