Һалҡын ҡараш – һалҡын был аш

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Һалҡын ҡараш – һалҡын был аш –
Туйҙырҙы бик, туйҙырҙы!
Төҙәтәм тип, ахыры, ҡаш,
Күҙ сығарып ҡуйҙырҙың?

Көнөң һыуыҡ, төнөң һыуыҡ,
Күңелеңдә ел илай.
Әйтерһең, ул яҡтыһы юҡ
Болот ҡыҫҡан яңғыҙ ай.

Таралырмы был болоттар,
Ай табырмы йондоҙон,
Һүнерме һуң һуңғы уттар?..
Аһ, ниңә был төн оҙон?..