Ниндәй соғолло был саған
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ниндәй соғолло был саған,
Мин аптырап уға бағам:
Япраҡтарын ҡойоп бөтһә лә,
Емештәре елгә өлгөрә.
Емештәрен, бешеп етмәй,
Һис тә бит ул ергә түкмәй.
Һаҡлай емен яҙға ҡәҙәр,
Ҡайтҡанғаса ҡантүшкәйҙәр.
Ә беҙ ниңә ашығабыҙ,
Күрһәтергә ашҡынабыҙ
Сейле-бешле емештәрҙе,
Бөтмәйенсә күп эштәрҙе?