АЛМА ЕҪЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Алма ашап бара ине бер ҡыҙ
Автобуста, минең эргәмдә,
Аптыраттым үҙен, уға ҡарап,
Бына һиңә, тиҙер, бер бәндә!..

Алма еҫе ҡапыл күңелемдә
Атай төҫөн алға баҫтырҙы.
Алыҫ ҡалған етем балалығым
Аҙна буйы арттан баҫтырҙы.

Атай бер мәл, яуға китер алдан,
Алма алып ҡайтты Өфөнән...
Ахыры, шуға күрәм ғүмер буйы
Атай төҫөн алма еҫенән.