Һәр бер үҫкән һиҙгер яңыға
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Һәр бер үҫкән һиҙгер яңыға,
Һәр бер үҫкән һиҙгер тарихҡа.
Һәр бер үҫкән әҙер тотоп алыр өсөн,
Һәр бер фекергә ул килер өсөн...
Ньютон да асҡан бик яңыны,
Бик, бик ябай ғына фекерҙән.
Алма өҙөлөп төшкән –
Шул алманы алған ул ерҙән.
Шул алманы алған да ул ерҙән,
Ергә төштө, тигән, ер тарта...
Һәр бер яңы фекер шулай
Тик тормоштан тыуа... бик ябай.