Бүлмәңдәге һәр нәмәгә сәләм
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бүлмәңдәге һәр нәмәгә сәләм:
Сәйнүгеңә сәләм, көҙгөңә...
Бөтәһенә минең ҡул ҡағылған,
Бөтәһенә төшкән күҙгенәм.
Бары бер нәмәгә сәләмем юҡ –
Тәҙрәң төбөндәге сәскәгә.
Ете ят ул ергә – ҡағыҙ сәскә,
Ергә уны елдәр сәсмәгән!..
Әгәр ҙә һин мине хаҡлы тиһәң
Хәтерләүгә йәки ҡәҙергә,
Һалма ла һин ҡағыҙ сәскәләрҙе
Хатта минең өнһөҙ ҡәбергә!..