Бәлки, минән аҡыллыраҡтыр һин
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бәлки, минән аҡыллыраҡтыр һин,
Тик был аҡыл миңә күңелһеҙ.
Үҙем нисек, шулай булғым килә,
Ә ҡалғаны, сүптәй, еңел һүҙ.
Кеше тыуған саҡта уйламаған
Нисек итеп хәйлә ҡорорға,
Мәжбүр булған тик башҡалар менән
Үҙ-үҙенә ек-ят булырға.
Шундамы һуң уның тантанаһы,
Бәхет сиген шунда тойғанмы?
Юҡ, ул бары үҙен алдаған тик
Һәм алдаған яҡты донъяны!