Оҙон-оҙон юлға сыҡһаң ине
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Оҙон-оҙон юлға сыҡһаң ине,
Шундай юлға – ғүмер еткәнсе!
Тик ул юлда һин дә булһаң ине,
Һин дә булһаң ине!..
Был ғәжәйеп әкиәт булыр ине,
Шундай әкиәт – «мең дә бер кисә».
Тын да алмай тыңлар инем уны,
Әкиәтсе булһаң!..
Ләкин тормош тормош булып ҡала,
Хыялдарға төрмә һин нисә,
Тик хыял да уртаҡ хыял булһа,
Бер йыуаныс беҙгә!..