ТӘҮГЕ ҺӨЙӨҮ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Зәңгәр яҙҙың тәүге күкрәүендәй,
Күкрәнең дә йәшлек күгемдә,
Йылы ямғырҙан һуң балҡып сыҡҡан
Йәйғор булып ҡалдың күңелдә.
Тик был яҡты, иң саф йәйғор нуры
Таянманы ике йылғаға:
Миңә һин бер серле әкиәт тә,
Моңло йыр ҙа кеүек йырларға.
Мин аҡылдан яҙып һөйҙөм һине,
Һөйә алмам шулай ғүмерҙә –
Көс ташыуҙан ҡулдарыма минең
Эш етмәҫтәй ине был ерҙә!..
Бәлки, мәңге юҡһынырмын һине,
Бәлки, башҡа берәү тиң булыр?..
Ә шулай ҙа һинең яҡты исемең
Йөрәгемдә утлы миң булыр.