ТУТЫЙҒОШ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ә шулай ҙа һин ғәҙелһеҙ миңә,
Бөтәһе лә булды үҙеңдән:
Үҙең әйҙәнең бит боҙ ямғырын,
Йыртып алып күңел күгемдән.
Миңә әйткән ихлас һүҙҙәреңде
Ҡабатлағас үҙең башҡаға,
«Минән дә ул арттырҙымы?» – тиеп,
Бер тутыйғош хатта баш ҡаға.
Көмөш тауыш аҡҡош, ҡоҙғон булып,
Ташланһа бит күктән емтеккә,
Ниндәй йән шишмәһен боҙ ҡоршамаҫ? –
Ғәйепләмә мине һин тиккә!..