Нигә генә хәҙер ҡағылмайым
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Нигә генә хәҙер ҡағылмайым,
Нигә генә хәҙер күҙ төшә,
Бөтә нәмә серен сисә миңә,
Бөтә нәмә йырлай, һөйләшә.
Һәр ағастың үҙәгендә үҙем
Һынсыл ҡарттай йәйрәп ултырам.
Мин был ерҙең, гүйә, эйәһемен,
Мин был ерҙә шундай мул торам.
Миңә бары ҡайнар һөт булһын да
Булһын тағы телем икмәгем.
Башҡа байлыҡ – бары бер айлыҡ бит,
Тик ил ғәмен килә йөкмәгем.