Ҡоралайым минең, ҡоралайым
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡоралайым минең, ҡоралайым,
Һинһеҙ нисек, ҡайҙан йыр алайым?
Ҡайҙа дауа яңы яраға, –
Йылға түгел, гүйә, яр аға!..
Бәғерһеҙме бәрхәт тау яҡтарың,
Ниңә шулай ҡаты тояҡтарың?
Ниңә иҙҙе күңел гөлөмдө?
Әллә һин шәфҡәтһеҙ ел инде?..
Уйлағанда һинең турала,
Зиһендәрем минең тарала.
Ир иткәс бер, ниңә ер итеү?
Таш иткәс бер, ҡайҙа иретеү?