ЕМЕРЕК ӨЙ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ауыл ситендә бер емерек өй
Тороп ҡалған япа-яңғыҙы.
Ҡылау һалған салыш тәҙрәләре
Иңрәй һымаҡ ҡан-йәш ағыҙып.
Бер кем инде уға аяҡ баҫмай,
Ҡош-ҡорттоң да хатта юҡ юлы.
Тик, бүҫелеп төшкән ҡыйығының
Һаламдарын йолҡоп, ел олой...
Ә ҡасандыр унда... усаҡ янған,
Көлсә бешкән, көлгә күмелеп!..
Хас та ошо ташландыҡ өй хәҙер –
Һин ҡыйратып киткән күңелем.