Донъя бөгөн миңә ап-аҡ ҡына
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Донъя бөгөн миңә ап-аҡ ҡына,
Ап-аҡ нурҙан күңел тулышҡан.
Дәү бер эшем бөтөп ҡалған һымаҡ,
Һауа шундай иркен һулышҡа.
Сасҡауҙан ер сатнап ярылғанда,
Ярылырҙай булды йөрәгем.
Бурай-бурай бөгөн ҡарҙар яуа,
Бәхет өйә, гүйә, көрәгем!..
Имен булыр быйыл, ер өшөмәҫ,
Уранғастын аҡҡош тунына.
Кейҙергәндәй булдым үҙем уны
Һылыуымдың һомғол һынына.