ЙҮРҮҘӘН
Йүрүҙәнем, йор үҙәнем!
Һағындым һине.
Сәңгелдәктәй, тулҡындарың
Бәүетһен мине!..
Күрергә тип тыуған ерҙең
Зәңгәр сыуағын,
Күк Уралдың күкрәгенән
Урғып сығаһың.
Сығаһың да, урғып-ярһып,
Һыймай ярҙарға,
Йүгерәһең, Йүрүҙәнем,
Әллә ҡайҙарға!
Бормаланып-бормаланып,
Ҡурай моңолай,
Ағаһың һин алыҫтарға
Мәңгегә тынмай...
Күп һыуҙарҙың һыуын эсәм,
Һыуһыным ҡана.
Тик нимәлер йөрәгемә
Етмәйсә ҡала...
Ни һуң етмәй, ни һуң кәрәк
Был йөрәгемә?
Ниндәй сер һуң, Йүрүҙәнкәй,
Тик һиндә генә?..
Ул сер, ахыры, һин ишеткән
Тәүге өнөмдә –
Кендеккенәм ураҡ менән
Киҫелгән көндә.
Ул сер, ахыры, тәүге ҡабат
Мин ат менгәндә,
Йәнгенәһен усына ҡыҫҡан
Ғәзиз әсәмдә?
Ул сер, ахыры, Йүрүҙәнкәй,
Йор ағыуыңда –
Салауаттар данын һаҡлап,
Йыр йырлауыңда?
Аҡҡан һайын тәрәнәйеп,
Аҡҡан һайын киңәйеп,
Ағиҙелде тапҡан һыуҙарың.
Һинең һымаҡ тынмай аҡһын,
Халҡым йөрәген тапһын
Йөрәгемдән сыҡҡан йырҙарым!