БОЛАН

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Мөгөҙөнә һалып таң ҡояшын,
Болан баҫҡан йылға ярына.
Ҡыймылдаһам, ҡояш төшөп китер,
Тын да алмай боҫтом янына.

Ҡояшты ул ғорур башы менән
Алып ташланы ла һыртына,
Ирендәрен манды алһыу һыуға,
Нур һемерҙе шулай бер тына.

Һәм, бышҡырып, башын сайҡаны ла
Ялмап алды ваҡ тал япрағын.
Аҙаҡ китте,
Муйыл толомона
Батырҙы ла сатыр тарағын.

Эй гонаһһыҙ күрке тәбиғәттең,
Нисек һиңә мылтыҡ тоҫҡалһын?
Йөрө әйҙә,
Һил һуҡмаҡтар буйлап,
Тик йырымда һинең төҫ ҡалһын...