БАЛАН БЕШКӘНДӘ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Балам иҫкә төшкәндә...
Һарығошҡай – үтәбикә,
Сайҡалтмасы баланды!
Ниңә шулай зарығаһың?
Юғалттыңмы балаңды?
Һарығошҡай – үтәбикә,
Сайҡалтмасы баланды!
Балан төпкәйендә ята –
Типмәгән ҡош балаңды.
Һарығошҡай – үтәбикә,
Сайҡалтмасы баланды!
Мин генә тик таба алмам
Гүре алған баламды...