ҺОҠЛАНЫУ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Шиғриәт бит – ул һоҡланыу, тиһең,
Һоҡлан, тиһең, яҡты донъяға,
Һоҡлана бел, тиһең, матурлыҡҡа:
Ай-йондоҙға, һыуға, ҡаяға!..
Эйе, мин һоҡланам Матурлыҡҡа,
Батырлыҡҡа, эйе, һоҡланам.
Әммә, торған һайын был донъяла,
Был һүҙҙән мин инде һаҡланам.
Ниндәйҙер бер йәнһеҙ вәғәз унда,
Ниндәйҙер бер ғәмһеҙ сафсата.
Гел һоҡланыу хисте ойота тик,
Гел һоҡланыу аңды йоҡлата.
Һоҡлан, тиһең, сәсән телеңә һин,
Ә сикләнһә уның кәрәге?..
Илгә, тиһең... Ә күпме ир илдә
Ҡайғыртһа тик донъя сепрәген?
Ҡайындарға? – Тотош Урмантауҙар
Ултыртылмай, утҡа яғылһа,
Дуҫлығың да күсһә дошманлыҡҡа,
Аҡыл ойоп, сафлыҡ һатылһа?
Ә һоҡланып бөтмәҫ был донъябыҙ
Ҡыл өҫтөндә торһа? –
Һүҙ тамам!
Уҡымағыҙ өгөт-нәсихәтте,
Һоҡланам мин...
Ләкин – һаҡланам!
Йылғаның бар башы,
ләкин уның
Ҡойған тамағы ла юҡ түгел.
Тыуған – үлә, үлгән – кире тыумай, –
Һоҡланыр тик быға туҡ күңел.
Ут эсендә, йот эсендә һәр ни!..
Тураҡламай күр һин донъяны.
Ярылырҙай була бит йөрәгең,
Донъя мәхшәренән уянып...
Һаҡлашмаһаң әгәр Матурлыҡты,
Һоҡланыуҙан күңелең тулһа ла,
Һуғышмаһаң уның өсөн,
Һин дә,
Һин дә,
Һин дә –
Үлтереүсе уны Донъяла!