БЕЛҺӘҢ ИКӘН...

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Белһәң икән йондоҙҙарҙың телен,
Мәңгелеккә улар ни һөйләй?
Белһәң икән тулҡындарҙың телен,
Ярҙарына улар ни көйләй?

Беҙ – мәңгелек, тиеп күҙ ҡыҫамы
Был йондоҙҙар кәкүк кисендә?
Күпме хата эшләй кеше, тиме,
Күбәләктәй ғүмере эсендә?

Ҡасан улар беҙҙең ише шулай
Булыр күркәм, ғорур, тиҙәрме?
Ҡасан улар бер-береһе менән
Һоҡланышып торор, тиҙәрме?

Ә үләндәр, дәррәү үрелешеп,
Ни һөрәнләй икән елдәргә?
Беҙҙең кеүек татыу булығыҙ гел,
Төрөнөгөҙ, тиме, гөлдәргә?

Был тулҡындар, ярҙы һөйә-һөйә,
Наҙҙы, тиме, беҙҙән алығыҙ?
Япраҡтар ҙа, беҙҙең кеүек күркәм
Булһын, тиме, ғүмер яҙығыҙ?..

Тәбиғәттә һәр ни үҙ урынында,
Бөтәһе лә унда ярашлы! –
Әллә шуның барыһын тойғанғамы
Кеше шулай уйсан ҡарашлы?..