ӘСӘЛЕК

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Үҙе саҡлы ҡурсаҡ ҡосаҡлап,
Уйнап ята ҡыҙым арбала.
Албырғата, бәпләй ҡурсағын –
Әйтерһең, ул йәнле бер бала!

Ҡайҙан сабый бөтмәҫ наҙ таба
Иркәләргә шулай ҡурсаҡты?
Үҙ телендә ниҙер ләпелдәп,
Төнәп китә үҙе бер саҡты.

Тик атаһы һаман йылмая,
Серен сисеп сабый уйының.
Шулай тыуа, ахыры, Әсәлек,
Уйнай-уйнай ҡурсаҡ уйынын?..