ШЫРШЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Бер уйлаһаң, әҙәм ниндәй йыртҡыс!
Уйлап киләм әле ошоно:
Тик бер көнөн байрам итер өсөн
Бар ғүмерен ҡыя шыршының.

Мин дә бына алып ҡайтып киләм
Баҙарҙан бер йәп-йәш шыршыны.
Балаң ише, мин дә сабый бит, тип,
Гүйә, шул саҡ шыршы шыңшыны.

Илай сабый, сайыр йәшен һығып,
Күҙ йәштәре ҡулға йәбешә.
Ил буйынса ҡырған шыршыларҙың
Ғүмерҙәрен аяп, йән өшөй...

Аҙна торғас, улар ырғытылыр,
Үкһеҙ бала һымаҡ, урамға,
Хәлһеҙләнгән энәләре генә
Бер уйынсыҡ булыр буранға.

Ҡаршыламаҫ һөңгө осо менән
Был донъяның улар ал таңын –
Балаларым һымаҡ сабыйҙарға
Күтәрҙем мин – кеше, балтаны...