ЯҘҒЫ ЙЫР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Аҡ ҡайындар күңелләнеп шаулай,
Йырлай миңә яҙғы йырҙарын...
Йәп-йәш үлән түшәгендә ятам
Ябынып мин ҡояш нурҙарын.

Зәңгәр күктән дәртле моң ҡойола,
Гүйә, кемдер уйнай ҡурайын!
Юҡ, йомарт ер көмөш шөңгөр итеп
Күккә сөйгән һабан турғайын!

Тыңлай уны моңһоу умырзая,
Бәрхәт күлдәктәрен кейенеп.
Бал ҡорттары оса сәскә эҙләп,
Пар күбәләк йөрөй һөйөнөп.

Мәңге һөйөп йәшлек күркәмлеген,
Һайрап туймай һары һандуғас,
Мең-мең телдә сутылдаша ҡоштар,
Ер һылыуы – алсаҡ яҙ тыуғас.

Яратам, яҙ, күкрәп килеүеңде!
Һинән йәнләнмәҫ йән һирәктер?
Тик һин миңә бойоҡ булыр инең,
Яҙа үтһәң минең йөрәкте!..