Донъя ҡалай ҡыҙыҡ һиңә, ҡыҙым
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Донъя ҡалай ҡыҙыҡ һиңә,
ҡыҙым,
Донъя һиңә ал да гөл генә.
Бер ниндәй ҙә әле ғәм заты юҡ,
Йүгер ҙә һин, уйна, көл генә.
Килер бер көн...
Һин һиҫкәнеп китеп,
Тәү күргәндәй ошо донъяны,
Күҙ бағырһың уға...