Донъяла тик икәү тороп ҡалдыҡ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Донъяла тик икәү тороп ҡалдыҡ:
Мин – аллаң һәм һин – табынған.
Емерәһем килде һинең был алланды,
Саҡыраһым килде табынға.
Минең бары кеше булғым килде...
Кеше булып һине наҙлағым.
Ә алланың һиндә ни эше бар? –
Күрәме һуң беҙҙең алдағын?