ҒҮМЕР

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ер еләккәйҙәре беште инде,
Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ, –
Ир-егеткәйҙәрҙе, йәше үтһә,
Бөгөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ.

Япраҡтарҙы һары алды инде,
Ел шаулатып түкмәҫ, тимәгеҙ, –
Ут-йәшендәй йәшлек ғүмерҙәрҙе
Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ, тимәгеҙ.

Бурай-бурай ҡарҙар яуҙы инде,
Аҡ япмалай ятмаҫ, тимәгеҙ, –
Ғәзиз йәне сыҡҡан тәнең-һының
Таяҡ булып ҡатмаҫ, тимәгеҙ.

Ҡар һыуҙары шаулап аҡты инде,
Гөл – сәскәләр атмаҫ, тимәгеҙ, –
Бишектәге бала биш төрләнеп,
Ат атланып сапмаҫ, тимәгеҙ!