Их, йәшәйһе килә ел уйнатып

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Их, йәшәйһе килә ел уйнатып,
Йоҡоһонан ҡыҙҙар уятып.
Көҙ һағышын бары айға буяп,
Тальянында дәртең уйнатып...
Юҡ, булмай шул, дуҫтар, булмай,
булмай!..
Һыҙғырһаң да, сыҡмай үткәндәр.
Ни ҡалды һуң? – Бары иҫтәлектәр...
Ни йыуата? – Бары үпкәндәр...

Япа-яңғыҙ тороп ҡалыр инем,
Ярай әле бар һеҙ, үткәндәр!