ДОН-КИХОТ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(XX быуат монологы)

Мин был донъяға
Килешмәҫ өсөн килдем.
М. Горький

Бөтәһенә ҡайсаҡ ҡулың һелтәп,
Киткең килә алыҫ төпкөлгә.
Киткең килә тормош мәхшәренән,
Һил һуҡмаҡтар эҙләп күңелгә.
Күпме ерҙә ялған һәм яуызлыҡ,
Күпме зиһен мәкер-хәйләле.
Ә һин һаман хаҡ ҡылысың менән
Ел-тирмәнгә ҡалдың бәйләнеп!..
Дуҫлыҡ төҫөн кейә дошманлыҡ,
Һәләтлекте иҙә булдыҡһыҙлыҡ,
Түрҙә йөрөй һаман ҡуштанлыҡ.
Фәлсәфәлә фекер фәҡирлеге,
Ысын тойғо суйын ҡалыпта.
Эше лә юҡ ерҙә хакимдарҙың
Ер тотҡаһы булған халыҡта.
Ниңә һаман кеше ер кәртәләй
Тартыу көсөн ерҙең еңгәндә,
Йыр-шиғырҙы тиндәр менән үлсәй,
Йыр-шиғыры айға елгәндә?
Һиңә өндәшәм мин, эй һин, донъя,
Ә һинең юҡ миңә яуабың...
Яратаһың бары дары еҫен,
Ҡан эсеүҙән табып сауабың.
Өҫтөн итеү уйың ҡайһыларын
Бөтә халыҡтарҙың өҫтөнән.
Бар булмышың һинең был Ер шарын
Буяуҙалыр ҡара төҫ менән.
Юҡ, мин һинең менән иҫәп өҙмәм,
Килешмәҫкә килдем мин һиңә:
Йә һин мине юҡ итерһең ерҙән,
Йә баш эйерһең үҙең һин миңә!
Кешелектең бөтә түккән ҡанын,
Балҡып янған бөтә аҡылын –
Мин һөжүмгә илтәм һиңә ҡаршы,
Мә, йот минең нәфрәт ялҡынын!
Юҡ, китмәйем һил һуҡмаҡтар эҙләп,
Һәр йөрәккә изге ут яғам.
Килешеү юҡ кеше күңелендә,
Килешмәҫкә килгәс донъяға.
Теләһәм, мин айға һикерәм бит –
Бөтәһе лә миңә килешә.
Бөтә Дон-Кихоттар минең арттан!
Эй, фекерем, булма фәхишә!..