Был донъяла мине аптыратҡан
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Был донъяла мине аптыратҡан,
Хайран ҡалдырғаны шул ғына:
Нисек ике йөҙлө була кеше
Әйләнеп бер сәхнә шутына?
Һул яҡ түш кеҫәһе тәңгәлендә
Типмәйме һуң тере йөрәге?
Күҙгә тура ҡарап, һүҙ әйтергә
Өркөтәме берәй өрәге?
Үҙ намыҫы менән һатыу итеү
Иң кәмһеткес ирҙең йөрәген.
Япа-яңғыҙ тороп ҡалғанда ла
Саф намыҫым булыр терәгем!